Бөтә Рәсәй “БумБатл” акцияһы Башҡортостанда 10 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Республика халҡы эшкәртеүгә тапшырылған макулатура күләме буйынса ярышасаҡ. Быйыл акция Бөтә Рәсәй “Экосистема” экологик хәрәкәте ҡанаты аҫтында үтәсәк. Акцияла ҡатнашыусыларға бумбатл.рф сайтында теркәлергә кәрәк, унда улар команда йәки шәхси зачетта беренселек өсөн көрәшә ала. Нигеҙҙә, #БумБатл ҡағыҙ сеймалын күберәк тапшырыусылар ярышы ғына түгел, ә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү темаһына экодәрестәр һәм лекциялар уҡыу, заводтарға, шулай уҡ компанияларҙың “йәшел” офистарына экскурсиялар үткәреү кеүек сараларҙы үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үткәрелгән акцияның мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ сараның республика халҡында аңлы ҡулланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә, йәш быуындың иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеүгә һәм артабан макулатураны икенсел сеймал сифатында ҡулланыуға йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә үҫеп килгән быуынға һәр төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу аша ла тәрбиәләү мөһим. Теләгән һәр кем социаль селтәрҙә #бумбатл, #экосистема һәм #нацпроектэкология хештегтарын күрһәтеп, “ҡағыҙлы” креатив менән фото йәки видео баҫтырып, ижади постар конкурсында көрәшә ала. Инициаторы булып Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы һәм бер нисә йәмәғәт, ирекмәндәр ойошмаһы ярҙамында “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма сығыш яһай. Былтыр Башҡортостан халҡы #Бумбатл акцияһы сиктәрендә 16,78 тоннанан ашыу макулатура йыйған. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ҡабул ителгән милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: рәсми сығанаҡтан.