– “Килен” спектаклен бик ихлас ҡараным. Беренсенән, театр сәхнәһендә йәш авторҙың ҡуйылыуы ҡыуаныслы, был беҙҙең әҙәбиәттең үҫеше тураһында һөйләй. Икенсенән, ул яңы теманы күтәрә – ғаиләлә көс ҡулланыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тегендә, бында шундай осраҡтар булғаны, хатта үлемгә килтергәне хаҡында яңылыҡтарҙан ишетеп торабыҙ... Ижадта был тема әллә ни күтәрелмәне, һәм бына йәш яҙыусы, “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәре Заһиҙә Мусинаның әҫәрендә уның сағылыш табыуы сетерекле, үтә етди темаға иғтибар итергә сәбәп тыуҙыра. Спектаклдә һәр актер үҙ урынында ине, береһен генә айырып әйтә алмайым. Бер генә геройҙы алып ташлаһаң да, әҫәр теүәл булмаҫ кеүек. Спектакль режиссер Фирғәт Ғариповтың, миңә ҡалһа, иң уңышлы эштәренең береһе. Уны ла ошо уңышы менән ҡотлайым! Рәүилә Ғатауллина. Руслан Юлтаев фотолары.