Шишмә районының Бикәй ауылында 98 йәшлек Солтан Хәйҙәров ғүмер итә. Тормош иптәше Гүзәл Әхйәретдин ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Әйткәндәй, Солтан Хәмәтғәле улы - Шишмә районындағы берҙән-бер иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, Солтан Хәйҙәров беҙҙе тупһа алдына сығып ҡаршы алды. Уның әйтеүенсә, бында аяҡ баҫҡан һәр кешене йорт хужаһы шулай ололап ҡаршы ала. Ғәжәп бит, үҙ аяҡтарында йөрөп ята, һорауға ихлас яуап бирҙе. Солтан Хәмәтғәле улы 1943 йылда армияға алынған. Башта Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үткән, унан инде уларҙы туп-тура алғы һыҙыҡҡа оҙатҡандар. Рядовой Хәйҙәров мотоуҡсылар батальонында дошмандарға ҡаршы ут эсенә ингән, фашистарҙы илебеҙҙән ҡыуыу өсөн үҙен аямаған. Солтан олатай һөйләүенсә, оҙон ғүмерле булыуҙың сере ябай ғына. Беренсенән, һөйгән йәрең менән аңлашып йәшәү. Икенсенән, сәләмәт тормош алып барыу. – Әҙәм балаһына тағы ла күңел тыныслығы кәрәк, бына ошо һанап сыҡҡандар менән дуҫлыҡты өҙмәһәң, 100 йәшкә етергә мөмкин, ул да сик түгел әле, – тине Солтан Хәйҙәров. Фото: Илдар Аҡъюлов.