Башҡортостанда ғаилә фермаһын үҫтереүгә нисек грант алырға?Грант конкурс нигеҙендә бирелә. Ауыл ерендә йәки ауыл эргәһендәге биләмәлә 12 ай элек теркәлгән крәҫтиән (фермер) хужалығы статусына эйә булыу һайлап алыу критерийҙарының береһе.Грант алыусылар - крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары.Грант биреү шарттары - Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән ғаилә фермаһы араһында төҙөлгән килешеү, шулай уҡ ғаилә фермаһының һайлап алыу турында еңеү яулауы.Гранттың күләме - 30 миллион һумдан һәм проект хаҡының 60 процентынан артмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы һәр алынған 10 миллион һумға берәр эш урыны булдырырға тейеш.Конкурста ҡатнашыуға ғариза менән бергә тапшырырға кәрәк булған документтар исемлеге: крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығының һәм ағзаларының паспорт күсермәләре, крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороу тураһында килешеү күсермәһе; Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан, Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестры йәки Шәхси эшҡыуарҙарҙың