Өфөнөң «Муха» студияһы Евразия күсмә цивилизациялар музейы өсөн анимация фильмдары өҫтөндә эшләй башланы. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Күсмә цивилизациялар музейы проекты өҫтөндә эшләгән команданың сираттағы осрашыуында мультипликаторҙар менән проекттың нескәлектәре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин аңлатыуынса, йәнһүрәттәр республикаға тәүгә килгән йәки төйәктең тарихы менән таныш булмаған туристарға мөһим булған алты һорауға яуап бирергә тейеш. Евразия далаһы нимә ул? Күскенселәр кемдәр ул? 14-се быуаттағы мемориаль архитектураға ҡағылған Алтын Урҙа монгол империяһы һәм Торахан мавзолейы нимә ул? Кем ул башҡорттар, Башҡортостан? Фәнни-белем биреү йүнәлешендәге анимация фильмдары, тәү сиратта, балаларға аңлайышлы булырға тейеш. Ижади төркөм алдына шундай бурыс ҡуйыла. Барлығы алты фильм тәҡдим ителә. «Муха» студияһы етәксеһе Артур Абдрахманов проект өҫтөндә алты кешенең эшләүен билдәләне. Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-05/v-ufe-nachalas-rabota-nad-animatsionnymi-filmami-dlya-evraziyskogo-muzeya-kochevyh-tsivilizatsiy-3465892