Яңауылда “Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” тип аталған ирекмәндәр хәрәкәте оҫтаханаһы эшләгәнен күптәр белә. Яңыраҡ хәрби зонаға китергә әҙерләнгән бер төркөм яугирҙәр унда булып, оҫталарҙың күңел йылыһы һалып тегелгән салбар-толстовкаларын, башлыҡ һәм башҡа ҡышҡы кейемдәрен ҡарап, үҙҙәренә һайлап алды. Рәсәй Оборона министрлығы хәрби кейем менән тәьмин итһә лә, яу яланында кейем-һалым артыҡ булмай ул, ти егеттәр. Ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Эльмира Мөхәмәтшина әйтеүенсә, улар кейемдәрҙе нигеҙҙә заявка буйынса тегә. "Беҙ йөҙәрләгән төрлө әйбер тегәбеҙ, тәү сиратта маскировка халаттары, йоҡо тоҡтары, термобелье, флис костюмдар һәм башҡа төрлө кәрәк-яраҡ. Уларҙы гуманитар йөк менән бергә хәрбиҙәргә ебәрәбеҙ. Зонаға юлланыр алдынан һәр кем беҙгә мөрөжәғәт итә ала. Хәҙер уларға бик күп йылы кейем талап ителәсәк. Бының өсөн беҙгә флис туҡыма алырға кәрәк”,– ти ул. Һәр кем ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла ала. Өҫтәүенә тегенселәр кәрәк, ти етәксе. Ошонда уҡ бесергә һәм тегергә өйрәнергә мөмкин, теләк кенә булһын, тип яҙа "Яңауыл таңдары". Рөстәм Сангов фотоһы.