Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы

Һаулыҡ торошо һәм йәше арҡаһында Яңауыл районының Максимов ауылы мәҙәниәт йортонда үткән Өлкән йәштәгеләр көнөнә арналған сараға ололарҙың барыһы ла килә алманы. Шуға күрә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл хакимиәте башлығы Әлмир Хузин менән бергә тыл ветерандарының өйөнә барҙы. Сара "Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙҙы. Максимов ауылында ете тыл ветераны ҡалған: Мелыфыя Алитинова, Әлфинур Әхмәтнурова, Әнәс Имаев, Шаһиҙә Фәрхетдинова, Нурия Шәймәрҙәнова, Ҡунафия Шакирова. Ауыл биләмәһе башлығы уларҙы байрам менән ҡотланы. Уларҙың иң өлкәне – Нурия Шәймәрҙәноваға 97 йәш, ә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Нәфҡиә Минғәрәеваға быйыл 95 йәш тулды. Ҡунаҡтар оҙон ғүмерлеләрҙе ҡотлап, уларға һаулыҡ, хәстәрлек һәм яҡындары араһында бәхетле тормош теләне. Улар, үҙ сиратында, күрһәткән иғтибар өсөн рәхмәтен белдерҙе. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Яңауыл районы хакимиәте.