Константин Толкачев кандидатураһын Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты тәҡдим итте. Башланғыс “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһынан килде. Депутаттар Константин Толкачевты бер тауыштан һайланы. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе коллегаларына күрһәткән ышаныс өсөн рәхмәт әйтте һәм юғары закондар сығарыу һәм вәкиллекле орган рәйесенә парламент эшен ойоштороу һәм төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдары, йәмәғәт берләшмәләре менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеү өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен билдәләне. – Миңә йөкмәтелгән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөтә һөнәри тәжрибәмде һәм белемемде һалырға вәғәҙә бирәм, – тине Константин Толкачев. – Үткән саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына һөҙөмтәле закондар сығарыу эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Уларҙың профессионализмы, әүҙемлеге, һайлаусыларға ҡарата иғтибарлылығы йәмғиәттең көнүҙәк проблемаларын ваҡытында асыҡларға һәм хәл итергә мөмкинлек бирҙе. Үткән йылдарҙа эшмәкәрлектең бөтә ө
Константин Толкачев – етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе
5 октября 20235 окт 2023
2 мин