Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Евразия йөрәге" – баш ҡаланың визит карточкаһы

Сираттағы фекер алышыу баш ҡаланың уникаль йөҙөн булдырыу йәһәтенән концептуаль тәҡдимдәр темаһын дауам итә. Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең ҡала киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Ағиҙел йылғаһы яры баш ҡаланың мәҙәни-ял инфраструктураһы объекттарының береһе булып тора һәм уны мәғәнәүи йәһәттән тулыландырыуҙа заманса алымдар талап итә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Абхазия менән Башҡортостандың дуҫлыҡ һәм тарихи бәйләнештәр билдәһе итеп, Өфө ҡалаһында Сухумда (Абхазия) ҡуйылған яр буйы аркаһының күсермәһен булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Был ғәмәл киң мәҙәни проекттың тәүге элементы булырға тейеш һәм Башҡортостандың донъя менән тәрән бәйләнештәрен сағылдырасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Өфөнөң Башҡортостандың «визитка»һы булыуын, ә республика ҡунаҡтары баш ҡалаға көньяҡтан ингән урында уларҙы тап Ағиҙелдең яр буйы ҡаршы алыуын билдәләне. Шуға күрә, Өфөнөң 450 йыллығы алдынан Комиссияның көн тәртибендә баш ҡаланың яр буйы концепцияһын тикшереү мәсьәләһе күтәрелде лә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яр буйында башҡорт халҡының мәҙәниәте менән бәйле булған, шул-уҡ ваҡытта милләт-ара һәм мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек темаһын сағылдырған төбәк өсөн аутентик символдарҙы урынлаштырырға тәҡдим итә. Яр буйы буйынса күҙаллауҙарын шулай уҡ Комиссия ағзаһы, кинорежиссер Булат Йосопов та тәҡдим итте. Ул ошо нигеҙҙә баш ҡалала мәҙәни һәм фәнни киңлек булдырырға һәм, Башҡортостандың географик һәм тарихи-сәйәси хәлен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уға «Евразия йөрәге» исемен бирергә тәҡдим итте. Идея авторы фекеренсә, башҡорт халҡының һәм республиканың символы булған Салауат Юлаев һәйкәленән башланған яр буйы «баш ҡалабыҙҙың презентацияһы»на әйләнергә һәм, республиканың Рәсәйҙәге һәм донъялағы бәйләнештәрен сағылдырып, Башҡортостандың Евразия концепцияһы, цивилизациялар күпере булараҡ, үткәрергә тейеш. Төрлө тематик зоналарға бүленгән яр буйы шуларҙы күҙ уңында тота: мәҙәниәтте, тарихты, традицияларҙы ғына түгел, сәнәғәт һәм иҡтисади потенциалды ла сағылдырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта яңы ғәмәлдәр халыҡсан традицияларҙың дауамы булып торасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ишембай, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларын үҫтереү концепцияларын әҙерләүселәр төркөмө етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов тәҡдим ителгән концепция ҡала төҙөлөшөнөң заманса тенденцияларын сағылдыра, тип билдәләне. - Был башланғыс баш ҡаланың үҙенсәлеген билдәләү менән бер рәттән, республика үҫешенең тарихи һәм мәҙәни нигеҙҙәрен, киләсәген дә сағылдыра. Шул уҡ ваҡытта был ҡалала йәшәүселәрҙең кешеләрҙең ял кәйефен билдәләгән тулайым фекерле фон булһа, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн күңелле һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәттең бер өлөшө булып торасаҡ, - ти Юлдаш Мөхәммәт улы. Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.