Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Фирғәт Ғарипов, рәссамы – Алина Нуриманова, хореографы – Сулпан Асҡарова, композиторы – Шәүрә Сәғитова. Әҫәрҙә мөхәббәт тә, ғаиләләге һәм, әлбиттә, килен менән ҡәйнә араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә асыла. Был темалар ниндәй генә ваҡытта ла көнүҙәк булып ҡала. Һәр ҡатын-ҡыҙ бәхетле булырға теләй. Уға ирешер өсөн, героиняға ҙур ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Был тамашаның икенсе премьера сығышы ноябрь айында була. Руслан Юлтаев фотоһы.