Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Аяҡлы энциклопедия" ул

Әбйәлил районының Буранғол ауылынан 94 йәшлек Бәширә инәй Ололар байрамында илһөйәрлек рухы менән һуғарылған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырын һөйләгән. Ул ихлас күңелдән ил-йорттоң тыныс булыуын теләй. Уның ошондай оло йәштә булыуына ҡармаҫтан, шиғырҙар ятлап, әүҙем тормош алып барыуына ауылдаштары ла һоҡлана. “90 йәш кенә түгел әле, 94-се йәш менән бара Бәширә Шәкүр ҡыҙы, ветеран уҡытыусы. Хәтере шәп, торғаны менән энциклопедия, тере тарих инде. Һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һеҙгә, Бәширә апай!” – тип яҙа Мәрйәм Шакирова. Беҙ ҙә абруйлы ветеран уҡытыусыға һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Фото: скриншот. Видеояҙма: vk.com/askarovskie