Зөлфиә Сәғетдинованың һәр көнө бер йыл элек махсус хәрби операция зонаһына киткән улын көтөп үтә... Әсәнең алғы һыҙыҡтағы улы хаҡында уйламаған, уның нисек өйгә ҡайтып инеүен, нисек осрашыуҙарын күҙ алдына килтермәгән минуты юҡ. Зөлфиә Сәғетдинова - ауыр ауыл хеҙмәтенән ҡурҡмай, бик күп йылдар һауынсы булып эшләгән кеше. Үҙенең дүрт балаһы эргәһенә етем ҡалған туғанын да һыйындыра. Әсә 2022 йылдың сентябренән һуң ғаиләһенең тормошо нисек үҙгәреүе тураһында “Стәрлебаш шишмәләре” хәбәрселәренә һөйләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ейәндәренә күберәк ваҡыт бүлә һәм интернет киңлектәрен үҙләштерә башлаған. Улының фотоларын ҡарамаған көнө юҡ уның. –Беҙ улым менән видеобәйләнеш аша аралашабыҙ. Ул яңыраҡ үҙҙәренә Башҡортостандан ҡунаҡтар килеүе, концерт ойоштороуҙары, былау менән һыйлауҙары тураһында һөйләне. Бер ваҡыт та зарланғаны юҡ. Гел мине “барыһы ла һәйбәт”, тип тынысландыра.”Әсәй, борсолма, ашау яҡшы, барыһы ла бар. Үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Быҡтырылған ит ашай-ашай арыныҡ хатта, һинең ашты тәмләг