Санитар авиация 74 йәшлек ҡатынды ашығыс рәүештә Бөрө дауаханаһына алып килде. Аҙаҡ операция үткәреү өсөн санавиация линияһы буйынса нейрохирург Тимур Арыҫланов саҡыртып килтерелде. Пациенттың ҡан баҫымы күтәрелгән, башы ярылырҙай булып ауыртҡан, телмәре боҙолған, уң ҡулы һәм аяғында хәлһеҙлек тойолған. Компьютер томографияһы һөҙөмтәһе буйынса баш һөйәге эсенә ҡан һауыуы асыҡланған. Нейрохирург ашығыс әмәлиәт үткәрә.Был осраҡта медицина ярҙамын бик тиҙ башҡарырға кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк, шунса яҡшыраҡ. Сирҙең тәүге билдәләренән һуң бер-өс сәғәт эсендә операция яһау мөһим. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нервы туҡымаһын мөмкин тиклем күберәк күләмдә ҡотҡарып ҡалып була. Шулай уҡ ҡан ағыуын туҡтатырға, кире эҙемтәләрҙе кәметергә мөмкин. Уңышлы үткән операциянан һуң пациенттың телмәре тергеҙелгән, ҡул һәм аяҡтарҙың һиҙгерлеге ҡайтҡан, мускулдар көсәйеүе күҙәтелгән. Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медик-сани