Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөләге проспектҡа Мортаза Рәхимовтың исемен биреүҙәре мөмкин

Өфө ҡала хакимиәте “Көнсығыш сығыу юлы” проекты составына ингән 12,5 километр оҙонлоҡтағы проспектҡа Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исемен биреү мәсьәләһен ҡараясаҡ. Магистраль Салауат Юлаев проспекты һәм ҡаланың Совет, Киров һәм Калинин райондары сиге араһында урынлашҡан. Өфө-РБК мәғлүмәттәре буйынса, икенсе вариант итеп “Кузнецов Затоны” биҫтәһендә оҙонлоғо 4,3 километр булған урам тәҡдим ителгән. Шулай уҡ Өфөлә беренсе Президентҡа һәйкәл ҡуйыу өсөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы ҡаршыһында Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү проекты әҙерләнә. Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһына һәм Күмертауҙың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына бирелгән. Мортаза Рәхимовтың тыуған яғында - Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында - уға арналған музей асыласаҡ, ул әлеге китапханала урынлашасаҡ, бинаны капиталь ремонтлау проекты әҙер һәм экспертизаға ебәреләсәк. Фото: stylishbag.ru

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц