Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ике ҡыҙыбыҙ - ҡулда, малайҙарыбыҙ - янда!"

Сибай ҡалаһынан Вероника һәм Вадим Әхмәтшиндарҙың ғаиләһендә оло ваҡиға: игеҙәк ҡыҙҙары Элина һәм Алина донъяға килгән. Ҡыҙҙар туғыҙ йәшлек Руслан һәм өс йәшлек Роберт ағайҙарына иш булып тыуған. -Икенсе УЗИ үткәндә ике ҡыҙыбыҙ буласағын белдек,- ти Вадим Айҙар улы. –Шунда уҡ сабыйҙарыбыҙға исем уйлап та ҡуйҙыҡ. Әле бына ике ҡыҙыбыҙ ҡулда, малайҙарыбыҙ янда. Ошо үҙе иң ҙур бәхет! Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Фото: Сибай ЗАГС-ы сайтынан.