Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡариҙел паркында скейт-майҙансыҡ асылды

Ҡариҙел ауылының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») буйынса төҙөкләндерелгән “Яр буйы” паркында заманса скейт-парк асылды. Был турала Ҡариҙел районы хакимиәте хәбәр итә. Майҙансыҡ төрлө кимәлдәге спортсыларға күнекмәләр һәм ярыштар өсөн снарядтар менән йыһазландырылған. Унда скейтбордтарҙа, велосипедтарҙа, трюк самокаттарында шөғөлләнергә була. Махсус экипировка һәм хәүефһеҙлек саралары имгәнеүҙәрҙән һаҡларға ярҙам итәсәк. -Спорттың экстремаль төрҙәре менән шөғөлләнгәндәр өсөн ошондай майҙансыҡ асылыуына бик шатмын. Роликтарға, скейтбордҡа баҫыу һәм сәләмәт тормош алып барыу өсөн был ҙур уңайлыҡ. Сөнки хәрәкәт – ул тормош. Ҡариҙелдәр беҙҙең тырышлыҡты баһалар һәм майҙансыҡтан халыҡ өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ, -тине район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитендә уңайлылыҡты күтәреү. Шулай уҡ милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү һорауҙ

Ҡариҙел ауылының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») буйынса төҙөкләндерелгән “Яр буйы” паркында заманса скейт-парк асылды. Был турала Ҡариҙел районы хакимиәте хәбәр итә. Майҙансыҡ төрлө кимәлдәге спортсыларға күнекмәләр һәм ярыштар өсөн снарядтар менән йыһазландырылған. Унда скейтбордтарҙа, велосипедтарҙа, трюк самокаттарында шөғөлләнергә була. Махсус экипировка һәм хәүефһеҙлек саралары имгәнеүҙәрҙән һаҡларға ярҙам итәсәк. -Спорттың экстремаль төрҙәре менән шөғөлләнгәндәр өсөн ошондай майҙансыҡ асылыуына бик шатмын. Роликтарға, скейтбордҡа баҫыу һәм сәләмәт тормош алып барыу өсөн был ҙур уңайлыҡ. Сөнки хәрәкәт – ул тормош. Ҡариҙелдәр беҙҙең тырышлыҡты баһалар һәм майҙансыҡтан халыҡ өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ, -тине район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитендә уңайлылыҡты күтәреү. Шулай уҡ милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү һорауҙарына йәлеп итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш, милли проекттың бурысы - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу һәм һәр йыл биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.