Бурыс буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса тирә-яҡ донъяны йәмләп йәшәгән кешеләр бар. Шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы йорттан Агафоновтар ғаиләһе. Уларҙың хеҙмәте менән 138 фатирлы күп ҡатлы йорт алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән, ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар ихатаны йәмләй. Наталия һәм Юрий Агафоновтар 48 йыл буйы татыулыҡта балаларының һәм ейәндәренең шатлығына ҡыуанып йәшәй һәм яҡшылыҡтары менән башҡаларҙы ла һөйөндөрә. Наталия Михайловна һөнәре буйынса – модельер- бесеүсе. Профессиональ оҫталыҡ конкурстарында еңеүҙәр яулаған. Хәҙер ул хаҡлы ялда, тик тынғыһыҙ ханымдың бер көн дә эшһеҙ ултырғаны юҡ. Ул ер тәрбиәләргә, гөл-сәскә, ағас ултыртырға ярата. Өфө ҡыҙының Стәрлетамаҡ егетенә тормошҡа сыҡҡансыға ҡәҙәр баҡсасылыҡ менән шөғөлләнмәүенә, ер эшен белмәүенә бөгөн һис кенә лә ышанғы килмәй, сөнки ул - хәҙер сәскәләр, йәшеллек донъяһына мөкиббән ғашиҡ кеше. Бынан һигеҙ йыл элек яңы йортҡа күскәс, ул ”бында баҡса буласаҡ” тип үҙенә һүҙ бирә. Шыршы, ҡарағай, өйәнке һәм саған ағастары, миләш һәм сирень ҡыуаҡтары ултыртылған ихата, хризантема, рауза, гортензия, пион сәскәләре ҡаршылаған ихата көҙөн дә бик матур. Түтәлдәрҙе утап, һыу һибеүҙе тамамлаған хужабикә беҙҙе йылмайып ҡаршылай. Бында ожмахтағы кеүек: өс тиҫтәгә яҡын ҡупшы шыршылар, ике төҫтәге сирендәр, иллегә яҡын пион ҡыуаҡтары, ләлә, нарцисс, ҡыңғырау, аҡ сәскә, ирис, флокс... Барыһын да һынап бөтөүе ауыр. –Мин хәҙер эре үҫемлектәр ултыртырға тырышам, сөнки баҡсаны тәрбиәләү өсөн ваҡыт күп кәрәк. Дәфтәргә яҙып барам: ҡайһы сәскәне нисек тәрбиәләргә, үҫемлектәрҙе нисек ҡырҡырға, нимә менән туйындырырға... Көҙ, яҙ һәм йәй Агафоновтар өсөн ҡыҙыу осор. Ихатаны йәмләү өсөн көндәлек хеҙмәт талап ителә. Урамдағы балалар менән дә аралашырға, тәртипте һаҡларға өйрәтергә кәрәк. Бер нисә йыл элек уларҙың йорто “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт” конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған, тип хәбәр итә "Стерлитамакский рабочий" гәзите. 700 мең һумлыҡ грантҡа ихатаны төҙөкләндергәндәр, ҡоймалап алғандар. ”Ни өсөн мин был эштәрҙе башҡарам?Сөнки мин ошонда йәшәйем, матурлыҡ менән көн дә осрашҡым килә”,– ти хужабикә. Стәрлетамаҡтар йорттарында шундай тынғыһыҙ, матурлыҡ яратыусы ханым булғанына берсә ғәжәпләнә, берсә һоҡлана. Марина Воронова фотоһы.