Бишбүләк районының Аҙнай ауылында йәшәгән алтын ҡуллы балта оҫтаһы Миҙхәт Мөхәмәтшиндың даны тирә-яҡҡа киң таралған. –Бөтә ауыл малайҙары кеүек бәләкәйҙән ҡулыма балта-сүкеш алдым, ағастан әйберҙәр эшләү менән ҡыҙыҡһындым. Мине махсус рәүештә өйрәткән кеше булманы. Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгәндә каникулға ҡайтас, күрше ҡатын туҡыу станогы эшләп биреүемде һораны. Дәрт менән тотондом эшкә, уңышлы ғына килеп сыҡты, – тип хәтерләй тәүге эшен оҫта. Аҙаҡ ауылдаштарының һорауы буйынса кемгә йорт, кемгә аҙбар, мунса төҙөргә ярҙам итә, ишектәр, селтәрле тәҙрә яңаҡтары яһай. Уларҙың ихатаһындағы беседканы күреп, “аһ” итәһең. Ағастар һәм декоратив үҫемлектәр менән уратып алынған ял урынын ул йыл буйы эшләгән. Яҡында ғына оҫтахана. Уның бер минутты ла бушҡа үткәрмәгәне билдәле. Йорттағы йыһаздарҙың күбеһен үҙе яһаған. Этажерка, өҫтәл, гарнитур, комод, шифоньер өйгә ҡабатланмаҫ йәм өҫтәп ултыра, тип яҙа һөнәрмән тураһында “Светлый путь” гәзите. –Гел матурлыҡҡа ынтылып йәшәнем. Балыҡ ҡармаҡлағанда ла, ял иткәндә лә төрлө ағас ботаҡтарын, төпһәләрен күрһәм, уларҙы нисек ҡулланыу тураһында баш ватам,– ти Миҙхәт Рәхим улы. Аҙнай оҫтаһы бик матур һандыҡтар ҙа эшләй. Берәүһен ауыл мәҙәниәт йортона бүләк иткән.Ҡатыны Ғәлиә Ғәли ҡыҙы менән ярты быуат бергә йәшәп, бына тигән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Улдары ла аталарына оҡшап, һөнәрселек серҙәрен үҙләштерә. Хәләл ефете иренең шөғөлөндә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Баһаны ла иң тәүҙә ул ҡуя. Ауыл урамдарында оҫта эшләгән эскәмйәләрҙе, мәсеттә өҫтәлдәрҙе күрергә мөмкин. Әле ғаилә башлығы яңы мәсеттә үҙгәртеп ҡороу эштәре менән мәшғүл. Хаҡлы ялға сыҡҡансыға ҡәҙәр Миҙхәт Рәхим улы агроном булып эшләй, “Дим” совхозы профкомы рәйесе була. Ә Ғәлиә Ғәли ҡыҙы ғүмеренең 35 йылын балалар уҡытыуға бирә. Хеҙмәттәренән йәм табып, башҡаларҙы һөйөндөрөп, ҡанатландырып йәшәй белгән ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ. Ләйлә Ғүмәрова фотолары.