Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Өфө-450 йыл” проект офисы департаменты директоры Олег Байдин, подрядсы вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә архитекторҙар төркөмө кампустың визуализацияһын тәҡдим итте. Уның төп идеяһы – металл, пластик һәм таш ярҙамында белем биреү һәм фән атмосфераһын булдырыу. –Кампус йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әйләнергә тейеш,– тине Андрей Назаров. – Ул ҡала халҡы өсөн заманса йәмәғәт киңлеге лә буласаҡ. Премьер-министр шулай уҡ Зәки Вәлиди урамынан Гоголь урамы буйлап Туҡай урамына тиклем ике юл вариантын ҡарарға ҡушты. Унда аркаларҙың тәүге үлсәмдәрен кире ҡайтарыуҙы иҫәпкә алып, икенсе сираттағы стилобат параметрҙарын үҙгәртеүҙе ҡарауҙарын һораны һәм йыйылыусыларға тиҙләтелгән режимда бөтә контроль нөктәләрҙең сифатлы үтәлешен тәьмин итеү кәрәклеген иҫенә төшөрҙө. Проекттың беренсе этабын 2023 йылдың декабрендә күҙаллана, ә кампустың икенсе сиратын төҙөү эштәре башланған да инде. Майҙаны 146 мең квадрат метрҙан ашыу булған кампус бизнесты, фәнде һәм алдынғы белем биреүҙе йәлеп итеү һәм интеграциялау майҙансығына әйләнергә тейеш. Төҙөлөш “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Фото: pravitelstvorb.ru