Найти в Дзене

100 йәшлек ветеранды һуңғы юлға оҙатҡандар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал Шайморатов ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны, Ибрай ауыл советының һәм Ауырғазы районының почетлы гражданы 100 йәшлек Владимир Романов вафат булған. Владимир Евстафьевич Яңы Федоровка ауылында тыуған. Һуғыш ваҡытында ул Курск алышында ҡатнаша. Ветеран I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Хәрби ҡаһарманлығы өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” ,“Кенигсбергты алған өсөн” һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Владимир Евставьевич тураһында яҡты иҫтәлек килер быуындарға ла еткерелер, батырлығы онотолмаҫ. Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.