Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендәге республика делегацияһы Рәсәй менән Үзбәкстан араһында үткән III Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыу өсөн Ҡазанға килде. Форум сиктәрендә һәр компания осрашыуҙар үткәрәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы менән Үзбәкстан Республикаһы өлкәләре араһында ике яҡлы үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Үзбәкстанда Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстан Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле эш алып бара. 2023 йылда Ташкент ҡалаһында Үзбәкстанда «Урал» бизнес мөхите» башҡорт эшҡыуарҙары клубы ойошторолдо. Ул Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһын үткәрергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә Сауҙа йортон асыу планлаштырыла. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21882/
Башҡортостан делегацияһы Рәсәй - Үзбәкстан форумында ҡатнаша
4 октября 20234 окт 2023
~1 мин