Һанлы башҡорт теле
Мәктәптәрҙә октябрь айынан ЯКласс платформаһындағы “Һанлы башҡорт теле” киң ҡулланыла башлай. Федераль киңлектә бер йыл элек урын алған, камил тип танылған һәм платформала башҡа туған телдәрҙе урынлаштырыу өлгөһөнә әйләнгән проекттың өҫтөнлөктәре менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ҡыҙыҡһынды. “ЯКласс” һанлы ресурсының төбәк вәкиле Морат Ишемғолов программаның нескәлектәрен аңлата. 150 тема, уларҙың һәр береһе тәғлимәти мәғлүмәттән, бер нисә төр күнегеүҙән тора. Өйгә эш, тестар һәм тикшереү заданиелары бар, йәмғеһе өс меңдән ашыу. Уларҙың дәүләт стандарттарына тап килеүен эксперттар күҙәтә.Федераль платформала рус теленән һуң тәүге туған тел проекттын 40 белгес бойомға ашыра. Тәжрибәле уҡытыусылар, ғалимдар, Башҡортостандың мәғәрифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ҡулланма нигеҙенә башҡорт теле уҡытыусыларының дәрестәрҙе цифралаштырыу өлкәһендә туплаған шәхси тәжрибәһе һалынған. “ЯКласс”тағы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” айырым ҡаҙаныштарҙы һәр мәктәптә уртаҡ файҙаланырға булышлыҡ итә. Заманса мәктәп, заманса класс, заманса белем алыу ысулдары. Хәҙерге балалар өсөн иң мөһиме – фәнде электрон сығанаҡтар ярҙамында өйрәнеү. Был ғәҙәти, был ҡыҙыҡ, был модалы.Башҡалалағы 21 лицей уҡыусылары өсөн һанлы башҡорт теле яңылыҡ түгел. Тел һәм әҙәбиәт өйрәнеүҙең үҙенсәлекле алымдары ғаиләһендә башҡортса һөйләшмәгән балаларҙы ла ҡыҙыҡһындырғаны һиҙелә.Уҡытыусылары Ләлә Сафина проектты федераль платформала ғәмәлгә ашырыусыларҙың береһе. Бөгөнгә ул программаның кәмселектәре юҡ, тигән фекерҙә.2019 йылдан әлегә тиклем был үҙенсәлекле программа ике грант отҡан. Хәҙер проектты артабан камиллаштырыу әмәле күрелә. Маҡсат – туған тел өйрәнеүҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеү. “ЯКласс” һанлы ресурсында башҡорт телен өйрәнеү проектының әле башланғыс кластар һәм балалар баҡсалары өсөн контенты әҙерләнә.Киләсәктә “Һанлы башҡорт теле”н туған телен белергә теләгән һәр кем файҙалана аласаҡ. Платформала шөғөлләнеү бушлай, бының өсөн бары теркәү үтергә кәрәк.
Смотрите видео
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».