Найти тему
Башкортостан 24

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова баҡыйлыҡҡа күсте

   Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова баҡыйлыҡҡа күсте
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова баҡыйлыҡҡа күсте

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова баҡыйлыҡҡа күсте

Үткән көндөң иң ауыр хәбәре. Башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын өйрәнеүгә, үҫтереүгә күп көс һалған ғалимә, профессор, Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова баҡыйлыҡҡа күсте.Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында донъяға килә. Белорет педагогия училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтының аспирантураһына ҡабул ителә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хәҙмәткәр булып эшләгән осорҙа ул кандидатлыҡ, ә педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында кафедра мөдире вазифаһында докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ошо уҡ факультеттың деканы булған осорҙа профессор исемен ала. Алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле педагогты 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры итеп тәғәйенләйҙәр, ә өс йылдан ғалимә Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан директоры булып эшләй. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың тәүге саҡырылыш депутаты ла. Оҙаҡ йылдар Республика ҡатын-ҡыҙҙары берлеген етәкләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында әүҙем һәм гел алғы рәттәрҙә эшләне.

Смотрите видео

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».