Бөгөн Йылайыр районының Һабыр ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән сержант Фирғәт Хисмәт улы Таһиров менән хушлаштылар. Яугир махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк була. Ул мотоуҡсылар полкының мотоуҡсылар батальонын тәьмин итеү взводының автомобиль бүлексәһе командиры була. "Уның ҡаһарманлығын онотмайыҡ. Фирғәттең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был ауыр юғалтыуҙы кисерер өсөн һеҙгә көс һәм сабырлыҡ. Ауыр тупрағы еңел булһын, йәне йәннәттә булһын. Фирғәттең яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ, һәм уның туғандары ярҙамыбыҙҙы, хәстәрлегебеҙҙе тойһон өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", - тип яҙҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.