Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өйҙәренә килеп психологик ярҙам күрһәтәләр

Яуҙағы улын юғалтып, ауыр ҡайғы кисергән әсәгә терәк булыу – Башҡортостанда һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына шундай ярҙам күрһәтеү ғәмәлләштерелә. Мәләүездә “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Альбина Арыҫланова һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль участка психологы Ләйсән Мәхмүтова махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең әсәһе – Рәсимә Сибәғәт ҡыҙы Иҙрисова - янына барған. Уға иң тәүҙә психологик ярҙам кәрәк була. Бындай ғәмәл әсә менән һәләк булған улы тураһында һөйләшергә, рухи яҡтан терәк булырға, тиҙерәк тергеҙергә, ғәҙәти тормошҡа яңынан ҡайтарырға ярҙам итеү өсөн бик кәрәк. Һәләк булған яугир әсәһенә улар төрлө ярҙам саралары һәм санатор-курорт дауаланыуы алыу мөмкинлеге тураһында ла хәбәр итте. Тиҙҙән ҡатын республика санаторийҙарының береһенә юлланасаҡ. ”Ватанды яҡлаусылар” фонды МХО ветерандарына һәм шунда һәләк булған яугир ғаиләләренә тейешле булған барлыҡ яярҙам сараларын алырға булышлыҡ күрһәтә. Фондтың республикалағы филиалы эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548 “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эш ваҡыты: 9.00 - 18.00 сәғәттәрҙә. Ял көндәре – шәмбе, йәкшәмбе. Алдан консультация алыу 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса.