Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғаилә командалары Бөрөлә йыйыла

7 октябрҙә 10.00 сәғәттә Бөрө ҡалаһында, Бөтә Рәсәй “Ғаилә командаһы” спорт проектына ярашлы, “Ғаилә хәрәкәттә” республика акцияһы була. Сараны дөйөм Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” ижтимағи-дәүләт балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ойоштора. Акцияның маҡсаты – үҫеп килгән быуын вәкилдәренең, йәштәрҙең сәләмәтлеген нығытыу, йәштәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, ғаилә ҡиммәттәренең баһаһын арттырыу. Сарала ике кешенән кәм булмаған ғаилә командалары ҡатнаша. Команда 18 йәштән өлкән кешенән һәм 10 -17 йәшлек бәлиғ булмаған баланан торорға тейеш. Акция ваҡытында өс километр арауыҡҡа велосипедтарҙа уҙыштар үткәрелә. Барлыҡ еңеүселәргә лә приздар, дипломдар әҙерләнгән. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сарала ҡатнашыу тураһындағы сертификат биреләсәк. Еңеүселәр “Иң ҙур ғаилә командаһы”, “Иң сағыу ғаилә”, “Иң етеҙ ғаилә” номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Акцияла ҡатнашыу өсөн 7 октябргә тиклем https://рдш.рф/competition/4629 һылтанмаһы буйынса сайтта теркәлергә кәрәк. Фото: БР Спорт министрлығы.