Заман башҡа – заң башҡа тиһәләр ҙә, һәр үҙгәреш-яңылыҡҡа күнегеп китә алмағандар, башҡалар тормошон үҙҙәренекенә ҡарағанда ла “яҡшыраҡ белгәндәр” табылып тора. Күптән түгел урамда осратҡан таныш ҡатындың түбәндәге хәлдәрҙе һөйләүе был һүҙҙәрҙе йәнә раҫланы. – Бер һүҙем дә юҡ: электән беҙҙә фәҡәт ҡатындың декрет ялына китеүенә өйрәнгәндәр. Хатта бер таныш ир үҙемә лә, көслө зат вәкиленең өйҙә сабый ҡарап ултырыуының эш түгеллеген белдереп, хәбәр һатты, – ти Мәҙинә. – Минең эш хаҡымдың күберәк булыуы, ипотеканы ҡапларға, башҡа сығымдар өсөн аҡса талап ителеүе сәбәпле, балабыҙ менән әлегә атаһының ултырасағы хаҡындағы уртаҡ фекергә килдек. Дөрөҫөн әйткәндә, башта үҙем дә иремдең декрет ялына китеүен хатта туғандарым, яҡындарым аңламаҫ, тип уйлағайным. Ярай әле улар бер нимә өндәшмәне, барыһын да аңлап ҡабул итте. Тик бына ҡайһы берәүҙәр барыбер оҡшатмай был хәлде, төртмә һүҙҙәрен әйтергә онотмайҙар... Баҡтиһәң, финанс ойошмаһында эшләгән ҡатын, улдарына ярты йәш тулғас, ире менән артаба