Өфөлә “Төбәкте тотороҡло үҫтереү шарты булараҡ Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәте” төбәк-ара (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) фәнни-ғәмәли конференцияһы үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Белеүебеҙсә, ул “Минең туған телем” программаһының Рәсәйҙең аҫаба халыҡтарының телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар планына ярашлы уҙғарылды. Бөгөн, сараның икенсе көнөндә, ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәренең Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина сәләмләне. Элина Винер ҡыҙы ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәренең 2023/24 уҡыу йылына билдәләгән саралары һәм проекттары, ғөмүмән, республикала ЮНЕСКО менән бәйле алып барылған эштәр, сит дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне. - Башҡортостан Республикаһында ЮНЕСКО-ның 39 ассоциацияланған мәктәбе эшләп килә. Ошондай ҡатмарлы заманда ла беҙ халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө инде