Найти тему
Башҡортостан гәзите

95 театр араһынан беҙҙекеләрҙе һайлап алғандар!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы киләһе, 104-се ижад миҙгелен аса. Быйылға ниндәй спектаклдәр планлаштырылған, театр тормошонда ниндәй мөһим ваҡиғалар көтөлә – матбуғат конференцияһына йыйылған журналистарға шул турала тулыраҡ һөйләп ишеттерҙеләр. Алдан хәбәр иткәнебеҙ булды: яңы ижади миҙгелде театр йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса сәхнәләштерелгән “Килен” спектакленең премьераһы менән башлай. Әҫәрҙәге ваҡиғалар авторҙың әсәһенең тормошонда булғандарға нигеҙләнеп яҙылған. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, сценарийҙы ул Зөһрә Бураҡаева менән берлектә ижад иткән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: проза авторы өсөн был беренсе сәхнә тәжрибәһе булған кеүек, режиссер ҙа проза әҫәренә нигеҙләнгән спектаклде тәүгә сығара, спектаклдең композиторы Шәүрә Сәғитова өсөн дә был – театрҙағы беренсе тәжрибә. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Алина Нуриманова, хореографы – Сулпан Асҡарова. Төп ролде Лилиә Ғәлина башҡара. Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов әйтеүенсә, яңы миҙгелдә оҙаҡ көтөлгән премьера ла тормошҡа ашыр, тип күҙаллана, ул – Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса әҙерләнгән спектакль. Ҡатмарлы, күләмле әҫәр өҫтөндә эш күптән бара. Театр директоры Иршат Фәйзуллин коллективтың Венгрияға буласаҡ ижади сәйәхәте тураһында ла һөйләп үтте. Яңы миҙгелде асҡас та, бер төркөм Будапештҡа, халыҡ-ара театр олимпиадаһына, юллана. Әйткәндәй, был – туған театрыбыҙға ҙур хөрмәт билдәһе. Халыҡ-ара сарала тап ул Рәсәй исеменән сығыш яһай – 95 ғариза араһынан Башҡорт театрының “Джут” спектакле һайлап алынған. Режиссеры – Айрат Абушахманов. Ғөмүмән, яратҡан театрыбыҙ гөрләп торған ижади мөхиткә сума. Бихисап саралар араһында балаларға тәғәйенләнгәне лә, юбилей тантаналары ла бар, гастролдәр ҙә ситтә ҡалмай. Рәүилә Ғатауллина. Руслан Юлтаев фотолары.