Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бауырһағығыҙ уңып бешһен!

Рецепт яҙыр алдынан әйтеп үтәһем килә, йомортҡалар туңған булырға тейеш. Улар ни тиклем оҙаҡ торһалар, шул тиклем яҡшы. Тыҡтың, ҡатты, иртәгә бешереп алыу тигән һүҙ түгел. Минең айҙар буйы морозильникта ята. Икенсенән, ҡамыр бүлмәләге елде яратмай, ҡамырҙың өҫкө өлөшө кибә, бауырһаҡты майға һалғас ҡабара алмайса ярыласаҡ. Бауырһаҡ бешеп еткәс, майҙа оҙаҡ тотмаҫҡа, ҡамыр майҙы бик тиҙ һеңдереүсән. Тағы бер кәңәш, өс-дүрт өлөш бешергәндән һуң майҙы алыштырыу, был ваҡытта ла ҡамырға май еҫе инә. Бешергән ризығыбыҙҙы әрәм итеү генә була. Ҡайнар майға һалмайбыҙ, бары тик йылымыс майға ғына. Кисә туңдырғыстан биш йомортҡаны алдым, ҡабығынан таҙаланым, йомортҡа ҡабығы ҡалмаһын тип йыуып алдым. Шул килеш төн сыҡты, иртә менән эштән ҡайттым, миксерҙы алдым, һауытына биш йомортҡамды һалдым, әйләндерергә ҡуйҙым. Йомортҡа таралып бөткәнен күргәс, ике туңмаған һарыһын ғына һалдым. Ҡамырым бик матур, ап аҡ төҫкә керҙе, ҡабарҙы, оҙаҡ әйләндереү шарт. Хәҙер инде ҡамырға бер аш ҡалағы көнбағыш майы ҡуштым, сәй ҡалағының осона сәй содаһы алып, туғыҙ процентлы аш һеркәһе (уксус) менән һүндерәбеҙ ҙә ҡамырға һалабыҙ, болғатабыҙ. Сәй содаһын күп һалып ҡуймағыҙ, куп һалынған осраҡта ҡамыр бешкәс эсе йәшкелт кеүек була. Сама менән генә әҙ-әҙләп иләнгән он һалабыҙ, болғата барабыҙ. Ҡамыр бик ҡаты булмаһын, ҡамыр ҡалаҡтан айырылғанға тиклем болғатабыҙ. Ҡамыр үҙенә бер төрлө тауыш бирә, йырлай тиһәк тә була. Ҡамырҙы ял иттерергә ҡуябыҙ, өҫтөн ашъяулыҡ менән ябып, ел уйнамаҫлыҡ ерҙә тотабыҙ. Ял иткән ҡамырҙы берәр ҡалаҡ ҡына алып онло таҡтаға төшөрәбеҙ, ҡулды онға мансып, ҡамырҙан бауҙар тәгәрәтәбеҙ. Тәгәрәтеп бөтөргәс, бер үк оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ. Газ плитәһендә бешереүсе һауытыбыҙға көнбағыш майы һалабыҙ, утты һүлпән генә тотабыҙ, майыбыҙ йылы ғына була. Хәҙер инде киҫкән бауырһаҡтарҙы берәмләп һала барабыҙ. Күркәм булһын өсөн, майға һалған бауырһаҡтарҙы бер-бер артлы тәгәрәтеп алып, һалып барҙым. Бауырһаҡтар һалынып бөттө, газды әҙ генә асабыҙ ҙа, майға ярты стакандың яртыһы һыуыҡ һыу һалабыҙ. Хәҙер инде утты көсәйтәбеҙ, әҙерәк табабыҙҙы һелкетеп тә алабыҙ, һалған һыу таралһын. Матур итеп ҡыҙарғас, бер-бер артлы бауырһаҡты алып ҡарайбыҙ, шиңмәй икән, уларҙы алырға була. Икенсе ҡатҡа бауырһаҡтар һалыр алдынан, майымды икенсе бер һауытҡа бушатам, төбөн түгәм, табағымды сайҡап алам, тағы ла шул майҙы һалам, төбөнә ултырғаны һалынмай ҡала. Ни өсөн шулай эшләйһең тиерһегеҙ, майым күбекләнеп ташмаһын өсөн. Тағы йылы майға бауырһаҡтар һалына, шулай ук тағы һыу һалына, бешереп алына. Баллау өлөшө. Мин ҙур бауырһаҡтар күп йәбешеп торған, балға ҡатырғанды яратмайым. Шуға күрә ярты стакан һыуға бер стакан шәкәр һалып ҡайнатырға ҡуйҙым. Өс-дүрт минут ҡайнағас, өс аш ҡалағы бал һалып ҡайнаттым. Бешкән сиропты бармаҡҡа бармаҡ тейҙереп ҡарайым, үҙенсә бер төрлө йәбешеп торһа, башҡа ҡайнатмайым. Ҡатырғанда, табаҡты газға ҡуйып йылытып алам да, бауырһаҡтарҙы һалам, эҫе сиропты ҡоям, тиҙ генә болғатып, ҡулды һыуға мансып алам да өйәм. Ҡатырыуҙы ике-өс өлөштә эшләйем. Ҡатырған һайын табағымды йылытып алам, шулай уҡ сиропты ла. Ни өсөнмө, улай эшләгәндә сироп матур ҡата. Татлы булһын, уңып бешһен! Мәрйәм Миңлеғолова рецебы. Фото: za-edoy, vk.com/public217094369