Бөрйән районының "Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, кисә район үҙәгенән яҡташтарына гуманитар ярҙам оҙатылған. "УАЗ" фургонын Иҫке Монасиптан Ҡунафин Рәжәп ағай ебәргән. Аҫҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең "Нива" машинаһын Тимур Ишбулатов менән Артур Һағынбаев исемле егеттәрҙең автосервисында Байназар егеттәре Ғәзим Зәйнуллин, Илназ Айытҡолов, Илмир Йосопов ике көндә рәткә килтергән. Нияз Намаҙбаевтың "Дакар" автосервисы егеттәре "УАЗ" фургонын ремонтлаған. Айнур Зәйнуллин, Владимир Туленков, Андрей Байбурин бушлай автозапчастәр менән тәьмин иткән. Автомобилдәргә маскировка селтәрҙәре, 150 кг сөй, балталар, мунса мейесе, универсаль мейестәр (улар ярҙамында ашарға ла бешереп була, йылытыу өсөн дә ҡулланыла) һәм башҡа әйберҙәр тейәлгән. Шулай уҡ Иҫке Собханғолдан Рәхимә һәм Рәмил Ишдәүләтовтар, Рәшиҙә Ғизәтуллина, үҙенең ғаиләһе менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн картуф сәсеп үҫтергән, Килдеғол ауылы имам-хатибы Вәкил Көмөшбаев картуф ебәргәндәр. Бөгөн таңдан гуманитар ярҙ
