"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Эфирыбыҙҙың бөгөнгө сығарылышын беҙ сәнғәт донъяһына бағышлайбыҙ. Илата ла, көлдөрә лә, хистәрҙе сафландыра, күңелдәрҙе моңландыра торған урын ул театр. Ә халыҡ театры айырыуса. үҙ ихласлығы, халыҡсанлығы менән әсир итә, күктәргә лә аштыра, дәртләндерә лә илһамдардыра ла беҙҙе. Бөгөн беҙ тап шундай көскә эйә сәнғәт усағы Ишембай районы Кинйәбулат ауылының Зөбәржәт башҡорт халыҡ театры эшмәкәрлеге тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Студиябыҙ ҡунаҡтары — халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Шаһиева, художество етәксеһе Регина Дәүләтова, актерҙары Шайморат Ғиниәтуллин һәм Гөлсира Хисмәтуллина.
Смотрите видео
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».