Һөт биҙе яман шеше Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла киң таралған онкология сирҙәренең береһе. Хатта, һирәк булһа ла, ирҙәр ҙә сирҙең ошо төрөнә дусар була (асыҡланған сир осраҡтарының бер проценты). Хәүеф төркөмөнә оҙаҡ ваҡыт эстроген гормоны ҡабул иткән, бала тапмаған ҡатын-ҡыҙҙар, күремдәре иртә башланған йәки климакс осоро һуң тамамланған аҫыл зат вәкилдәре инә. Шулай уҡ артыҡ тән ауырлығы, зарарлы ғәҙәттәр, гинекология сирҙәре, имгәнеүҙәр ошо насар сиргә килтереүе ихтимал. Һөт биҙе шештәренең теге йәки был формалары (утыҙҙан ашыу төрө бар) аҫыл заттың яртыһында осрауы мөмкин (30 йәштән өлкән һәр икенсе ҡатын-ҡыҙҙа). Бәхеткә ҡаршы, уларҙың күпселеге сәләмәтлеккә зыян итмәй. Һөт биҙе яман шеше – ғәҙәттә ауыртыуһыҙ, бары бармаҡтар менән тотоп, тикшереп ҡарағанда һиҙелә. Башҡа үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал, мәҫәлән, һөт биҙе ҙурлығы, тиреһе үҙгәреүе (бөрөшөүе, ҡыҙарыуы, ”йәмшәйеүе”, сабыртмалар сығыуы һ.б.), һөт биҙе урынында йәки ҡултыҡ аҫтында шешенеү һәм өҙлөкһөҙ ауыртыу тойолоуы. Һөт биҙе яман шешенә килтергән төп сәбәптәрҙе ҡарайыҡ: –яҡын туғандарҙа яман шеш асыҡланыуы (әсәйеңдә, ҡыҙыңда, бер туған һеңлең йәки апайыңда);күремдең иртә башланыуы (12 йәшкә тиклем) һәм һуң тамамланыуы (50 йәштән һуң); – күрем тамамланыуы; бала тапмау, тәүге йөклөлөктөң һуң булыуы (30 йәштән һуң); артыҡ тән ауырлығы; алкоголь менән мауығыу. Хәүеф факторҙарының булыуы ҡатын-ҡыҙҙы һиҫкәндерергә һәм тикшереү үтергә кәрәклеген иҫкә төшөрөргә тейеш. Һөт биҙҙәрен даими рәүештә тикшереү мотлаҡ (күрем тамамланғандан һуң ете-ун көн үткәс айына бер тапҡыр). Маммологта булып, консультация алыу, маммография яһатыу, йыл һайын медицина тикшереүе үтеү мөһим. Һөт биҙе шешен иҫкәртеү бөтө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә мотлаҡ булырға тейеш. Сәләмәт тормош менән йәшәү, дөрөҫ туҡланыу, күберәк бала табыу һәм сабыйҙы күкрәк һөтө менән имеҙеү, стрестарҙы һәм конфликтлы хәлдәрҙе урап үтеү, зарарлы ғәҙәттәрҙе үҙ итмәү хәүефле хәлгә юлығыуҙан һаҡлар. Сиргә шик тыуғанда ваҡытты һуҙмай табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Алһыу таҫма – һөт биҙе шешенә ҡаршы көрәш программаһын яҡлаған ойошма һәм шәхси кешеләрҙең халыҡ-ара символы. Программа дәүләт кимәлендә төрлө ил президенттары, танылған шәхестәр, коммерция һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан хупланған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.