Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең рухи терәге булған Хәмзә хәҙрәт Уҡытыусылар көнө айҡанлы ҡотлау ебәргән. “Хөрмәтле Уҡытыусылар, һеҙҙе ысын күңелдән байрамығыҙ менән ҡотлайым. Был ҡояшлы, аяҙ көҙгө көндә Һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙәге һәр башланғыста ла юғары уңыштарға өлгәшергә теләйем. Уның һөҙөмтәһе булып һеҙгә ҡарата ихтирам, күп һанлы уҡыусыларығыҙ һәм уларҙың ата-әсәләренән рәхмәт һүҙҙәре буласаҡ. Уҡыусыларҙың уңыштары – һеҙҙең уңыштар. Ата-әсәнең балалары уңыштары өсөн ғорурлығы – һеҙҙең дә ғорурлыҡ. Шуны белегеҙ, һеҙҙән изгелек, киләсәккә яҡтылыҡ урғыла. Һеҙгә һаулыҡ, ныҡлы ышаныс, бик күп шатлыҡ һәм бәхет теләйем. Хөрмәт менән махсус хәрби операция биләмәһенән Хәмзә хәҙрәт”, – тиелә уның ҡотлауында.