Ҡазанда үткән Рәсәй менән Үзбәкстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының 18 предприятиеһы партнерҙар менән 50-гә яҡын осрашыу үткәрҙе. Башҡортостан делегацияһын Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләне. «Беҙ эшҡыуарҙарыбыҙҙы ошондай сараларҙа ҡатнашыуға әүҙем йәлеп итәбеҙ, сөнки был яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм потенциаль һатып алыусыларҙы табыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Ә был, үҙ сиратында, үҙ-ара сауҙаға ыңғай йоғонто яһай. Ә инде тәүге һөҙөмтәләр менән уртаҡлаша алабыҙ. Туймазылағы йәшелсә үҫтереүсе картуф менән тәьмин итеү тураһында алдан килешеүгә өлгәшкән, ә «Евразия Агропарк» Башҡортостанға туранан-тура Үзбәкстан етештереүселәренән яңы йәшелсә-емеш ташыу тураһында алдан килешеүҙәргә өлгәшкән. Бынан тыш, үзбәк компаниялары Башҡортостандың 10 000 гектар ҡулланылмаған ерҙәрен бойҙай үҫтереүгә ҡуртымға алыу менән ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ Өфөнән Ташкент, Сәмәрҡәнд һәм Наманғанға тура рейстар башҡарыла, был эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең өҫтәмә катализаторы булып тора», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Бынан тыш, Форумдың Пленумында Башҡортостан менән Үзбәкстандың хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса доклад менән сығыш яһаны. Рәсәй менән Үзбәкстан араһында төбәк-ара хеҙмәттәшлектең өсөнсө форумын Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Үзбәкстан Республикаһының Инвестиция, сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ойошторҙо. Форум Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре, эшлекле даирәләр һәм ойошмалар араһында практик хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында уҙғарыла һәм иҡтисади өлкәлә иң ҙур ике яҡлы йәмәғәт сараларының береһе булып тора. Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.