Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Лилиәнән – ҡомалаҡ икмәге бешереү рецебы

“Һеҙҙең һорауҙарығыҙ буйынса ҡомалаҡ икмәген бешереү рецебын яҙам, дуҫтарым. Өләсәйҙәрем (йәндәре йәннәттә булһын) ошолайтып бешергән, әсәйем дә шулай бешерә, унан өйрәнеп, мин дә бешерәм. 1,5 литр ҡайнаған йылымыс һыуға 2 аш ҡалағы әсетке, 3 стакан (минең 300 грамлыҡ магазин ҡаймағының стаканы) он ҡушып болғап, (ҡуйыраҡ бутҡа һымаҡ) баш әсетәбеҙ. Мин төнгөлөккә әсетеп ятам. Икмәк башы кәмендә 6 сәғәт ултырырға тейеш. Йылы урынға, өҫтөнә берәй нәмә ябып ултыртырға. Өй һалҡын булһа, йылыраҡ итеп төрөргә кәрәк. Баш әсегәс, өймәләм итмәй 3 аш ҡалағы тоҙ, 5-6 стакан он һалып, ҡамыр баҫырға. Он төрлө була, әҙ-әҙләп һалығыҙ. Ярты стакан йылымыс һыу әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Ондо күберәк ҡушып ебәрһәгеҙ, һыулап, тасҡап ебәрергә кәрәк булыр. Ҡамырҙы яҡшы итеп баҫырға кәрәк. Ҡулға, табаҡка йәбешмәй башлағансы баҫырға. Ҡомалак икмәгенең ҡамыры тығыҙыраҡ була. Ябып, 1 - 1,5 сәғәткә йылы урынға төрөп ултыртырға. Ҡалҡып сыҡҡас, тағы берәйҙе тасҡап ултыртып тороғоҙ. Тағы ла ҡалҡып сыҡҡас, таба йәки фо

“Һеҙҙең һорауҙарығыҙ буйынса ҡомалаҡ икмәген бешереү рецебын яҙам, дуҫтарым. Өләсәйҙәрем (йәндәре йәннәттә булһын) ошолайтып бешергән, әсәйем дә шулай бешерә, унан өйрәнеп, мин дә бешерәм. 1,5 литр ҡайнаған йылымыс һыуға 2 аш ҡалағы әсетке, 3 стакан (минең 300 грамлыҡ магазин ҡаймағының стаканы) он ҡушып болғап, (ҡуйыраҡ бутҡа һымаҡ) баш әсетәбеҙ. Мин төнгөлөккә әсетеп ятам. Икмәк башы кәмендә 6 сәғәт ултырырға тейеш. Йылы урынға, өҫтөнә берәй нәмә ябып ултыртырға. Өй һалҡын булһа, йылыраҡ итеп төрөргә кәрәк. Баш әсегәс, өймәләм итмәй 3 аш ҡалағы тоҙ, 5-6 стакан он һалып, ҡамыр баҫырға. Он төрлө була, әҙ-әҙләп һалығыҙ. Ярты стакан йылымыс һыу әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Ондо күберәк ҡушып ебәрһәгеҙ, һыулап, тасҡап ебәрергә кәрәк булыр. Ҡамырҙы яҡшы итеп баҫырға кәрәк. Ҡулға, табаҡка йәбешмәй башлағансы баҫырға. Ҡомалак икмәгенең ҡамыры тығыҙыраҡ була. Ябып, 1 - 1,5 сәғәткә йылы урынға төрөп ултыртырға. Ҡалҡып сыҡҡас, тағы берәйҙе тасҡап ултыртып тороғоҙ. Тағы ла ҡалҡып сыҡҡас, таба йәки формаларға икмәк яһап, йылы урынға өҫтөн ябып, ҡалҡҡанға тиклем ултыртып торабыҙ. Ҡомалаҡ ҡамыры сүпрә ҡамыры кеүек тиҙ ҡалҡмай, яйыраҡ ҡалҡа. Ғөмүмән, оҙаҡ өлгөрә. 180°-ҡа ҡуйып, 20 минут йылытҡан духовкаға ҡалҡып сыҡҡан икмәкте бешерергә ултыртабыҙ. 160°-ҡа кәметеп, 1 сәғәт тә 20 минут бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас, йылы икмәк менән баллап-майлап сәй эсәбеҙ! Ҡомалак икмәгенә шәкәр ҙә, май ҙа, йомортҡа ла ҡушылмай. Ошо күләмдән 750-770 г рамлыҡ дүрт икмәк бешереп алам (дүрткел табала) йәки 2 түңәрәк икмәк була. "Икмәк булһа, йыр ҙа була" тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Бешкән икмәктең хуш еҫтәре өйгә таралһа, ҡот өҫтәлеп, күңелле генә булып китә “, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Лилиә Шаһиғәлина. Фотолар Лилиә Шаһиғәлинаның шәхси альбомынан (https://vk.com/vypechkaotramilevny).