“Геовызов” I халыҡ-ара геологик чемпионатының 200 ҡатнашыусыһы Башҡортостан Республикаһының уникаль геологик объекттары буйлап экскурсияға сыҡты. Йәш геологтар Стәрлетамаҡтағы Скунин музейына, Торатау шиханына, Ғафури районындағы күркәм урындарға сәйәхәт ҡыла. Луганск Халыҡ Республикаһының Красный луч ҡалаһындағы тау сәнәғәте колледжы уҡытыусыһы Людмила Остапенко бына нимәләр һөйләне: -Мин Башҡортостанда тәүгә. Был сәфәргә сығыр алдынан Башҡортостандың тарихын һәм географияһын студенттар менән бик ентекле өйрәндек. Геология – күп яҡлы фән, республикала ҡарарлыҡ ҡыҙыҡлы урындар күп. Беҙ Архангел районындағы Аҫҡын мәмерйәһендә булып, бик һоҡландыҡ. Саф һауа, иҫ киткес матур ерҙә урынлашыуы ни тора! Президентыбыҙ Владимир Путин, эске туризмды үҫтерергә кәрәк, тип дөрөҫ әйтә. Бөгөн Торатауға сәфәрҙе түҙемһеҙлек менән көттөк. Фотоларҙан ҡарап танышҡайныҡ инде, ә хәҙер үҙ күҙҙәребеҙ менән күрге килә. Чемпионатҡа колледждан биш студент килде. Бөтәһе лә 2005 йылғылар. Беҙҙә һуғыш башланғанда уларға 9-ар йәш ине. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа үҫкәнгә, уларға тыныс тормошто күрһәтке килде.