Яҡташбыҙ, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәскәүҙә эшләүенә ҡарамаҫтан, тыуған ерен онотмай. Тыуған ауылында картуф үҫтерергә лә өлгөрә. Ошо хаҡта үҙе лә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “Күгәрсен районының Ҡалмаҡ ауылына барып, картуф ҡаҙып өлгөрҙөк. Йәйгеһен күмергә бер тапҡыр килдек һәм колорад ҡуңыҙҙарынан һуңыраҡ эшкәрттек. Әммә йыйылған уңыш ғаиләбеҙ өсөн яҙға тиклем етерлек, орлоҡҡа ла бар. Гөлназ картуф бешерҙе, уны ауыл ҡаймағы менән бирҙе. Бынан да тәмлерәк картуфты ашағаным юҡ. Быуаттар буйына ата-бабаларым йәшәгән ер тәм бирә. Картуф үҫтереү өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта ауыл халҡының ҡайһы берҙәре картуф ултыртмай, магазиндан һатып ала”, – тип яҙған ул. Зариф Байғусҡаров тормош иптәше Гөлназ Ҡолһарина менән айына бер тапҡыр ауылда булып, ялдарын файҙалы үткәрә. “Был иң яҡшы ял”, – ти ул. Ә һеҙ картуф үҫтерәһегеҙме? Уны ҡаҙып алдығыҙмы? Фото: vk.com/bayguskarov_z_z