Бала саҡта күрше малайҙар менән йәшенмәк уйнай торғайныҡ. Мин ишек алдындағы ергә бата яҙып ултырған иҫке "Урал" матайының коляскаһына инеп йәшенеп, мине тапҡандарын көтөп йоҡлап киткәнмен. Кис ваҡыты, көҙ ине, ҡараңғы иртә төшә. Мин һаман ҡайтмағас, әсәй борсолоп эҙләй башлаған. Теге малайҙарҙың өйөнә барып мине һорашҡан. Бер малай, ул йылға яғына ҡасты, тигән. Әсәй йылғаға барып, сумып, мине эҙләп ҡараған, таба алмай ауыл ирҙәренә әйткән, улар ҙа сумып эҙләп бөткән. Бөтә ауылды, урманды гиҙеп сыҡҡандар. Аптырағандан милицияға шылтыратып әйткәндәр, улар таң менән килеп, протокол тултыра башлаған. Беҙҙең ишек алдында усаҡлыҡ тора торғайны, ут бар, өҫтәл бар, шунда ултырып протокол тултыра башлағандар. "Фамилияғыҙ кем?" тип һораған милиция хеҙмәткәре әсәйҙән, юғалған малайығыҙҙың фамилияһы нисек, исеме кем, нисә йәштә, тип һорағандар. Мин ишетеп ҡалғанмын да, тороп, люлькаға баҫып, ҡысҡырып ебәргәнмен: "Мин Мәсәйет Сихив, миңә биш йәш, армияға бармайым, әсәйҙе ҡарарға кеше юҡ!" Ауыл халҡы аптырап киткән, ә әсәйем мине ҡосаҡлап илап ебәргән. "Илама, әсәй, мине һине ҡалдырып китмәйем", - тигәнмен. Теге формалағы кешеләрҙе күргәс, армияға алып китәләр тип уйлағанмындыр инде. Былай армияға барҙым, бармайым тиһәм дә.Мирсәйет СӘЛИХОВ. Г. Бүләкбаева фотоһы.
"Миңә биш йәш, армияға бармайым, әсәйҙе ҡарарға кеше юҡ!"
21 сентября 202321 сен 2023
1 мин