Ни өсөн Башҡортостанда инфляция артты - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк эксперттары аңлата.2023 йылдың авгусында төбәктә йыллыҡ инфляция июлдәге 2,8 проценттан 3,7 процентҡа тиклем күтәрелгән. Был ил буйынса ҡулланыу әүҙемлегенең артыуы һәм һумдың көсһөҙләнеүе арҡаһында барлыҡҡа килде. Быға шулай уҡ етештереүселәрҙең һәм тәьмин итеүселәрҙең сығымының артыуы һәм айырым тауарҙарҙың һатыу баҙарында булмауы йоғонто яһаны.Аҙыҡ-түлектән сит ил емеш-еләктәре, айырыуса әфлисун, шулай уҡ малсылыҡ продукцияһы – сусҡа, һыйыр, ҡош ите, йомортҡа ҡыйбатланған.Быйыл йәй осоронан һуң ҡыярға хаҡ иртә күтәрелде. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы сәбәпле уңыш юғары булманы, шуға күрә августа уҡ ҡыярға хаҡ артты.Еңел автомобилдәр һәм мотор яғыулығы ҡиммәтләнде. Смартфондарға, телевизорҙарға, көнкүреш техникаһына хаҡ башҡа йылдарға ҡарағанда әкренерәк кәмене. Төбәктә төҙөлөш һәм ремонт күләменең артыуы төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүенә килтерҙе.Инфляцияны тиҙләтеүгә пассажирҙар транспорты хеҙ