Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"11 айлыҡ ейәнемде тәүгә күрҙем"

«Өфө-Арена» алдындағы майҙанда сираттағы тапҡыр отпускынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланыусыларҙы оҙатыу булды. Бөгөн алғы һыҙыҡҡа 30-лаған яугир китте. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ғаиләләре - ата-әсәләре, ҡатындары, балалары һәм хатта ейәндәре оҙатты. "ГорОбзор" порталы хәбәрселәре улар менән осрашып һөйләште. "Абзый" позывнойлы алсаҡ ир-егет зәңгәр комбинезон кейгән сабыйҙы күтәргән. Уларҙы һалдаттың мөләйем ҡатыны һәм балалары уратып алған. Сабый - хәрби хеҙмәткәрҙең ейәне, ул 2022 йылдың октябрендә, олатаһы МХО биләмәһенә юлланған саҡта тыуған. Шуға күрә уның тиҙерәк өйгә ҡайтырға тигән уйы көслө булған. «Был - минең ейәнем. Ул беҙ 2022 йылдың 18 октябрендә автобуста махсус хәрби операцияға китеп барғанда тыуҙы. Хәҙер Әмиргә 11 ай, тиҙҙән бер йәш тула. Әмирем минең...» - тип уны ҡосаҡланы олатаһы. Хәрбиҙең ялы һиҙелмәй ҙә үтә. Ир-егет хужалыҡ буйынса кисектергеһеҙ эштәре күп булыуын һөйләне. Бынан тыш, ике аҙна эсендә һалдат бөтәһен дә күреп өлгөрөр өсөн мөмкин тиклем күберәк ҡунаҡ ҡабул итергә тырышҡан. «Ял уңышлы үтте: ҡатыным дачала эшләргә мәжбүр итте, - ти Абзый, яҡындарын көлдөрөп. — Шулай ял иттем. Ер һөрҙөм, виноград өсөн ҡулайламалар яһаным. Ҡунаҡтар бер-бер артлы килде. Бер тынала үтте ике аҙна, һиҙелмәне лә. Был - минең беренсе отпускым. Беҙгә, Яңы йылға тиклем икенсеһе лә буласаҡ, тинеләр. Хәҙер иһә кәйеф шәп, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ». Яугирҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатты" - тип яҙған "ГорОбзор". Сергей Словохотов фотоһы. Сығанаҡ: https://gorobzor.ru/novosti/obschestvo/186260-poka-bashkiriya-my-nikogo-ne-boimsya-iz-ufy-v-zonu-svo-provodili-mobilizovannyh-posle-otpuska