Ауырғазы районы хакимиәте башлығы үткәргән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге етәксеһе менән берлектә ике яңы проект ҡаралды. Эшҡыуарлыҡ сәғәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә кесаҙна һайын үткәрелә. Эшҡыуарҙар Түбәнге Бәгәнәш ауылында бөҙрәхана асыу һәм Талбазы ауылында көнкүреш химияһы сараларын етештереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте. Инициаторҙар республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы программалар сиктәрендә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. "Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҙ тәьмин ителгән һәм эшһеҙ граждандарға бюджет аҡсаһын биреү һөҙөмтәлелеге ҡатмарлы тормош хәленән сығыуға, үҙмәшғүллекте тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Бындай проекттарҙы ойоштороусыларҙан артабан да эшмәкәрлектәрен киңәйтеүҙе, яңы эш урындары булдырыу һәм һалым түләүҙәре көтәбеҙ”, – тине Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов. Бизнес-шәрифтәр менән кәңәшләшер, үҙ