Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү сиктәрендә инновацион белем биреү мөхитен (кампустарҙы) үҫтереү темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә вуз-ара кампустың төбәк иҡтисадына йоғонтоһо тураһында һөйләшелде. Сара Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты майҙансығында булды, унда «Төҙөлөш тармағының киләсәге: үҫеш перспективалары һәм һынауҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли симпозиумы үтә. Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының юғары уҡыу йорттарының заманса кампустары селтәрен булдырыу тураһындағы йөкләмәһен тормошҡа ашырыу барышын, шулай уҡ буласаҡ объекттарҙың төрлө аспекттарын тикшерҙе, мәҫәлән, уларҙы ҡала инфраструктураһына индереү, ҡала халҡын университет тормошона һәм студенттарҙы ҡала тормошона йәлеп итеү, кампустарҙың белем биреү мөхите стандарты һәм был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн КРТ стандартын ҡулланыу. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Руслан Ханнанов һәм вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких үҙ докладтарында Өфөләге вуз-ара кампус перспективалары хаҡында һөйләне. – Кампусты ҡалала бер локаль объект итеп кенә түгел, ә биләмәне һәм ҡаланы, төбәкте үҫтереү өсөн стратегик проект итеп ҡарайбыҙ. Кампусты ҡулланыуға индереү айырым ҡараш һәм айырым үҙ-ара эш итеүҙе талап итә. Беҙҙең кампуста бындай ҡарарҙар әҙерләнә, бының өсөн кампусты бүленгән биләмәһенән киңерәк күҙ уңында тоторға тәҡдим итәбеҙ. Киләсәктә кампусты Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында ла төҙөргә теләр инек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Серей Гладких. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21794/