Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортонда 20 сентябрҙән 23 сентябргә тиклем “ Башҡортостан Республикаһының 2035 йылға тиклем социаль өлкәне үҫтереү стратегияһы: граждандарҙың тормош сифатын күтәреүгә яңы мөнәсәбәт” стратегик сессияһы үтә. “2022 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан илдең 85 төбәге араһында тормош сифаты рейтингында 25-се урынды алды. 2021 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, беҙ үҙебеҙҙең позицияларҙы һиҙелерлек яҡшырттыҡ. Беҙҙә кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көткән күп социаль мәсьәләләр бар. Бөгөнгө сараның бурысы – социаль өлкә йүнәлештәрен үҫтереүҙә яңы идеялар һәм ҡараштар эҙләп табыу. Беҙгә һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты үҫтереү буйынса проекттар кәрәк, төбәктә бизнесты алып барыу өсөн ярҙамдың яңы механизмдарын эшләү, уңайлы һәм асыҡ мөхит булдырыу буйынса проекттарҙы әҙерләү, социаль хеҙмәтләндереү, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте үҫеше векторын билдәләү талап ителә. Бөтә был мәсьәләләр стратегия сессияһының программаһында сағылдырылған. Әҙер башланғыстар төбәктә яңы докуме