Красноусол ауылының район мәҙәниәт йорто был көндө ҡатын-ҡыҙҙарҙы тартып тороусы урынға әүерелде.Бында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академия проекты саралары үтте. Йәштәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған ҡатын-ҡыҙҙар бергә матурлыҡ һәм стиль серҙәре менән бүлешергә, үҙҙәренең һәм балаларының һаулыҡтарын тикшерергә, белгестәрҙең консультацияларын алырға йыйылды. Проект сиктәрендә “Шәфҡәтлелек баш ҡалаһы” хәйриә фондының “Изге эштәр дәүере” акцияһы сиктәрендә хәйриә ярҙамына сертификат тапшырыу саралары ла үтте. -Ҡәҙерле Ғафури районында йәшәүселәр! Һеҙҙең районға беренсегә килеүем түгел һәм бөгөн дә бында булыуыма шатмын. Һеҙҙең районды бик яратам: ул тәбиғәте менән һәм, әлбиттә, талантлы кешеләре менән матур. Һеҙ бик күп изге эштәр башҡараһығыҙ. Был сараның тап үҙҙәрендә үтеүен һораған мөрәжәғәттәр ҙә ғафуриҙарҙан күп булды. Һәм, ниһайәт, был көн тыуҙы. Бергәләп проектыбыҙҙы эшләгәндә йола ҡиммәттәрен һаҡлайбыҙ. Ә йолалар һәм ҡиммәттәр беҙҙән һәм ғаиләбеҙҙән башлана. Бөгөн бында к
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - республиканың иң үҙәгендә
21 сентября 202321 сен 2023
3 мин