Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геологик чемпионат дауам итә. Йәш геологтарҙың Архангел районындағы Аҫҡын мәмерйәһе эргәһендәге майҙансыҡта йәш геологтар шлихты һынап ҡарау буйынса ярыш үткәрҙе. “Мин геологияла эҙләүсе һөнәре буйынса махсуслашам, – ти Урал дәүләт тау университеты студенты Данил Горбачев. – Ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар буйынса белгес буласаҡмын. Геология мине мәктәптә уҡығандан уҡ ҡыҙыҡһындыра, сөнки Уралда йәшәйем бит. Чемпионат башланыр алдынан Өфө буйлап экскурсия ойошторҙолар, матур ҡала, һәйкәлдәр яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы”. “Балалар һәм үҫмерҙәр геологияһы ярышында үҙем дә 80-се йылда ҡатнашҡайным, – ти судья Радион Хузин. – Шлихты һынау ярышына һәр команданан берәр кеше бүленә. Бурыс – ауыр ҡатламдарҙы йыуҙырып алыу, һөҙөмтәлә асыҡ һәм ҡара төҫтәге минералдар табылырға тейеш. Егерме минералды йыуып алыу талап ителә. Ваҡыттың күпме киткәненә, шлихтың күләменә һәм сифатына ҡарап баһа билдәләнә. Был эштә күпмелер тәжрибә булыуы мотлаҡ”. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.