20 сентябрҙә Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда биләмәләрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Эш башланыр алдынан төбәк етәксеһе муниципалитет предприятиелары һәм эшҡыуарҙары продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны, шулай уҡ Балтас районындағы оло йәштәгеләрҙең береһе – 92 йәшлек Миңленур Шәйбәкова менән аралашты. Район хәрби комиссариаты вәкилдәре республика етәксеһенә муниципалитетта контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса эштең нисек ойошторолоуы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына ниндәй ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров “Ауыл тренеры” программаһы буйынса аҡсалата сертификатҡа эйә булған тренерҙар менән аралашты. Улар төбәк етәксеһенә балалар һәм үҫмерҙәр спортына булы