Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геологик чемпионат дауам итә. Йәш геологтарҙың Архангел районындағы Аҫҡын мәмерйәһе эргәһендәге ярыштарының береһе “Гидрология” тип исемләнгәйне. Урал дәүләт тау университетының икенсе курс студенты Алиса Мариевская күп йылдар инде туристик спорт менән шөғөлләнә икән. Бөгөнгө ярыштар тураһында ул шулай ти: “Мин ошондай ярышта Төмәндә бер тапҡыр ҡатнашҡайным инде, Башҡортостанға беренсе тапҡыр килеүем. Шуға күрә бында нимәләрҙер белеүемде, күпмелер тәжрибәгә эйә икәнемде күрһәтергә теләйем”. “Гидрология” ярышында ҡатнашыусыларға йылғала бер секунд эсендә ағып үткән һыу күләмен билдәләү бурысы ҡуйылды. Беҙ эштең аныҡлығы буйынса ғына түгел, ә гидрометрияны башҡарыу техникаһына ҡарап та баһа ҡуябыҙ”, – ти судья Юрий Соколов. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Алиса Мариевская: “ГеоВызов” – үҙеңдең нимәлер белеүеңде күрһәтеү ул”
20 сентября 202320 сен 2023
~1 мин