Тәрбиәсе һөнәрен һайлап, уңышлы эшләгәндәр араһында ғаиләһендә лә күмәк бала үҫтергән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ижад менән шөғөлләнгәндәр күп. Әбйәлилдән Лилиә Рәхмәтуллина – тап шундайҙарҙан. Ташбулат ауылы ҡыҙы үҙҙәрендәге урта мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында белем алған. Ғүмерен тыуған төйәге менән бәйләгән ул. “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының иң уңған, һәләтле, ижади күңелле тәрбиәселәренең береһе. Йәш быуын, яҡты киләсәгебеҙ мәнфәғәтендәге тырыш хеҙмәте республика Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы менән дә билдәләнгән. Биш ул үҫтергән, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Лилиә Әхмәт ҡыҙы буш ваҡытында ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата, матур гөлдәр үҫтерә, шиғыр яҙыуға ла әүәҫ. Ғөмүмән, “Шатлыҡ”та, Айгөл Рафаэль ҡыҙы Ишкилдина етәкселек иткән татыу коллективта, һәр яҡлап килгән хеҙмәткәрҙәр, ижади ҡарашлы тәрбиәселәр эшләй. Уларҙың район, республика кимәлендә яулаған уңыш-ҡаҙаныштары бихисап. Балаларҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоп, сағыу