“Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан”. Ошондай исем һәм девиз менән яугирҙәребеҙгә кәрәк-яраҡ тегеп, бәйләп, башҡа әйберҙәр туплап, ойоштороп оҙатҡан ирекмәндәребеҙ бар. Быйыл сентябрь аҙағында уларҙың эшмәкәрлегенә бер йыл тула. Өфөлә урынлашҡан төп оҫтаханала ҡыҙҙар тегеү өсөн тауар ҡабул итә, бесеү, тегеү, әйберҙәрҙе төрөү эштәре лә бында башҡарыла. Тағы өс урында уларҙың бесеп-тегеү оҫтаханаһы бар. Унда ваҡыттары, матди хәле, үҙ кәйефе менән иҫәпләшмәгән, яугирҙәргә файҙа килтереп, Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан уңған, тырыш, ярҙамсыл ҡатын-ҡыҙ, ир-егет тир түгә. Улар - мауығыуҙары ла, холоҡ-фиғелдәре лә төрлө булған төрлө һөнәр эйәләре, берләшеп, дөйөм изге эшкә мөмкин тиклем үҙ өлөштәрен индерергә ашҡынған кешеләр. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ниндәй әйберҙәр тегә һуң улар? Махсус хәрби операциялағылар, госпиталдә дауаланған яралылар өсөн кәрәкле бөтә әйберҙәрҙе лә: шапка, снуд, толстовка, эске йылы кейем, футболка, бандан, балаклава, шеврон, маскхалат, ямғырҙа кейер өсөн плащ, йомшаҡ носилкалар, патрон һалырға бәләкәй сумкалар, повязка, госпиталдәгеләр өсөн махсус эске кейем, простыня, юрған, мендәр тыштары, моҡсойҙар һ.б... Йылы ойоҡбаштарҙы, свитер, шлем аҫтынан кейергә түбәтәй кеүек әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән бәйләйҙәр. Улар араһында йомшаҡ бетеүҙәрҙе лә күрергә мөмкин. Һәр бер нәмә изге уйҙар менән, яугирҙәргә иҫәнлек-һаулыҡ теләп, күңел һәм ҡул йылыһы һалып башҡарыла. Ирекмәндәрҙең хәрәкәте бының менән генә сикләнмәй әле. Ойошмалағылар битараф булмаған кешеләрҙән гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Кейем-һалым тегеү өсөн туҡыма күпләп кәрәк, ул да ошо ярҙам саралары иҫәбенән һатып алына. Бынан тыш, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, ҡаланың Октябрь районы хакимиәте, башланғысты хуплап, ярҙам итеп торалар. Был изге эштә төрлө һөнәр эйәләре берләшкән тигәйнек инде. Уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, хужабикәләр... Шуларҙың икәүһе менән таныштырып үтәйек. Тәү көндәрҙән үк ең һыҙғанып ярҙамға ашыҡҡан Гөлдәр Сибәғәтуллина. Ул Башҡортостан Республикаһы буйынса “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалында производство бүлеге начальнигы булып эшләй. - Күп эш башҡарыла. Берәү ҙә зарланмай, сөнки ихтыярынан тыш йөрөгән кеше юҡ бында. Нимә өсөн үҙ теләгебеҙ менән ярҙам иткәнде аңлап торабыҙ. Ойоштороу эштәре буйынса бер нисә кураторыбыҙ бар. Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында, Павловкала һәм Өфө янындағы ҡасабаларҙа ла кәрәк-яраҡ тегеп оҙатҡан ярҙамсыларыбыҙҙың булыуы ҡыуандыра. Заказ күп алына, беҙ тегеп өлгөртә алмайбыҙ. Шуға оҫталыҡтары булғандарҙы үҙебеҙгә йәлеп итергә теләйбеҙ. Беҙ был ғәмәлде төп эшебеҙҙән һуң һәм ял көндәрендә башҡарабыҙ. Йәш буйынса айырыу юҡ – теләк кенә кәрәк. Мәҫәлән, 73 йәшлек апай беҙҙең менән бергә тегә. Был эште белмәгәндәр йыйылған әйберҙәрҙе төрөүҙә ҡатнаша ала, - ти ул. Светлана - машинкала кейем тегеү оҫтаһы. Өҫтәүенә уның шиғыр ижад итеүгә һәләте барлығы ла асыҡланған. “Шиғырҙы бөтә ирекмән ҡыҙҙарға, ирҙәрен көткән, бөтә йөктө улар менән бергә тартҡан ҡатындарға бағышлайым. Улар көтә. Эшләйҙәр. Мин шағир түгел. Был - йөрәктә йыйылған хис-тойғо. Үҙем яҙам, үҙем күҙ йәштәренә мансылам. Аллам, һаҡла беҙҙе”, тип яҙған ул үҙенең телеграм-каналында. Светлананың шиғырының бер юлын ғына һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ: Күктәрҙән көс ала алһам, Пулянан һаҡлар инем, һалдат. Ерҙәрҙән көс ала алһам, Шартлауҙан алыр инем ҡаплап... Бына шундай көслө рухлы, талантлы, дәртле, уңған, эскерһеҙ, Тыуған иле өсөн янып-көйгән яҡташтарыбыҙ тупланған бер ҡорға. Иле өсөн кәрәк булғанда ял ваҡыттары менән дә иҫәпләшмәй, эшләгәне өсөн хаҡ алырға ла өмөт итмәй сауаплы эш башҡара улар. Ҡылған изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, ҡул-аяҡтары һыҙламаһын-талмаһын, сәләмәтлектәре ҡаҡшамаһын, фекерҙәштәре ишәйһен, ә иң мөһиме – илгә именлек килһен, тип теләргә генә ҡала. Фотолар: ”Шьем и вяжем для наших. Башкортостан”-дың телеграм-каналынан.